Республикала хужалыҡтарҙы өс йылға һалым түләүҙән бушатыуҙары ихтимал

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа закон проекты әҙерләнә. Документҡа ярашлы, берҙәм ауыл хужалығы һалымын түләү 2024 йылғаса кисектерелеп тора. Ошо сәбәпле бюджет яҡынса 300 миллион һумға тулыланмай ҡала. Әммә аҡсалата юғалтыу бизнес әүҙемлеге менән ҡаплана, тип хәбәр итәләр парламенттан.