Һүҙ ауырлыҡ нормалары үтәлеше тураһында бара. Төбәк юлдарында өҫтәмә 3 үлсәү контроле урынлаштырыла. Уларҙың береһе Благовещен районында Подымалово – Николаевка юлында эшләй, икенсеһе Дүртөйлө – Нефтекама юлында, өсөнсөһө Кропачев – Мәсәғүт – Әсет трассаһында була. Үлсәү контроле һынау рәүешендә эшләй. Шуға уның һөҙөмтәләре тикшереү органдарына 3 ай дауамында ебәрелмәй тора.