Континенталь хоккей лигаһында даими чемпионат барышында “Салауат Юлаев” Ригала “Динамо” менән осрашты. Уйын Өфө хоккейсылары файҙаһына 3-1 иҫәбенә тамамланды. Турнир теҙмәһендә юлаевсылар Көнсығышта өсөнсө урынға күтәрелде. “Салауат Юлаев” командаһы баш тренеры Томи Ламса уйынға ошондай баһа бирҙе.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтДаими чемпионат аҙағынаса юлаевсыларға ике уйын үткәрергә ҡалды. 25 февралдә Балашихала “Авангард”, 27-һендә – Ярославлдә “Локомотив” менән осрашыуҙар ҡаралған.