Әбйәлил һәм Баймаҡ райондарында буран сәбәпле юлға сыҡмаҫҡа кәңәш ителә. Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, сикләү киске 9-ға тиклем оҙайтыла. Буран арҡаһында Өфө – Ырымбур трассаһында уҙған көн дүрт авария теркәлде. Унда 39 машина бәрелешкән. Юл-транспорт ваҡиғаһында 10 кеше зыян күргән. Авария урынында полиция һәм ҡотҡарыусылар халыҡҡа ярҙам күрһәтте. Әле көньяҡ-көнсығышта буран ҡотора. Баймаҡ районынан тыңлаусыларыбыҙ ошоларҙы һөйләне.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтҠатмарлы һауа шарттары сәбәпле халыҡҡа мөмкин тиклем оҙон юлға сыҡмаҫҡа кәңәш ителә.