Федераль льгота менән файҙаланыусылар өсөн түләү артты

Уны аҡсалата йәки социаль хеҙмәттәр рәүешле алырға була. Февралдә түләү 5 процентҡа артты һәм 1 мең 211 һумға еткерелде. Дарыу һатып алыуға, шифаханаға путевка юллауҙа, шулай уҡ йәмәғәт транспортында йөрөүгә ташлама күрһәтелә. Башҡортостанда 302 меңдән ашыу кеше федераль льготаға эйә.