Өфөлә ҡотопто өйрәнеүсе Валериан Альбанов музейын төҙөү 36 миллион һумға баһалана

Башҡортостан Милли музейы тендер иғлан иткән. Электрон аукцион март аҙағында үтә. Яңы музей 400 квадрат метр майҙанды биләй һәм күргәҙмә бер нисә өлөшкә бүленергә тейеш. Валериан Альбанов Өфөлә тыуған. Сәйәхәтсе һәм ғалим 20-се быуат башында Арктиканы өйрәнә. Яҙыусы Вениамин Каверин “Ике капитан” романында яҡташыбыҙ сәйәхәте тураһында яҙа.