Ейәнсура районының Иҙәш ауылы халҡы Урындағы башланғыстарға
ярҙам итеү программаһына ярашлы тормош шарттарын яҡшырта.
Былтыр мәҙәниәт йортоноң ҡыйығы, тәҙрәләре алмаштырылһа, әле ауыл зыяратын тәртипкә килтереү маҡсаты ҡуйылған.
Иҙәштә ауыл зыяратын тәртипкә килтереү өсөн өмәләр даими ойошторола. Ҡороған ағастар бысыла, биләмә сүп-сарҙан таҙартыла. Зыяратты кәртәләү өсөн 912 мең һум аҡса кәрәк. Дәүләт тарафынан был сумма бүленгән осраҡта, ауыл халҡынан йәнә 130 мең һум аҡса йыйыу талап ителә.
Әлфинә Килдейәрова