Сәләмәтлеккә иғтибар йүнәлтеүсе спорт ярыштарын күҙ уңында тотҡан исемле йылды Иҫәнғолдар волейбол буйынса спартакиада менән асты. Ярышта район үҙәгенең 20 предприятиеһы һәм ойошмаһы көс һынашты. Финалда 2-се урта мәктәп уҡытыусылары еңеү яуланы.
Тантана Физкультура-һауыҡтырыу комплексында үтте. Район хакимиәте башлығы әйтеүенсә, быйыл спорт өлкәһенә айырыуса иғтибар бүленәсәк. Шулай уҡ өлкән һәм урта йәштәгеләрҙең сәләмәтлеген нығытыу, спорт майҙансыҡтарын асыу күҙаллана.
Әлфинә Килдейәрова