Республикала эшһеҙлекте кәметеүгә быйыл 1 миллиард һум йүнәлтелә

Аҡсаның яртыһы федераль бюджеттан бүленә. Программаға ярашлы, эшһеҙҙәргә хеҙмәт урыны биргән ойошмаларға субсидия түләнә. Бынан тыш, эшһеҙ булған граждандар эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеү өсөн 200 мең һум грант юллай ала. Әле республикала 116 меңдән ашыу кеше эшһеҙ булараҡ халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә иҫәптә тора.