Финанс белем буйынса олимпиада финалы Өфөлә 27 февралдә үтә. Унда 250-гә яҡын өлкән класс уҡыусыһы ҡатнашыуы көтөлә. Егеттәр һәм ҡыҙҙар башта онлайн тест һорауҙарына яуап бирә, һуңынан эссе яҙа, ике мәсьәләне хәл итә һәм блиц-уйында сығыш яһай. Еңеүселәр юғары уҡыу йортона иҡтисад бүлегенә ингәндә льготаға эйә була.