Башҡортостанда ҡаты-коммуналь ҡалдыҡтарын айырым йыйыу 30-ға яҡын муниципалитетта ойошторолған

Бөгөн республика биләмәләрендә сүп-сарҙы айырым йыйыу буйынса 2 мең ярым контейнер файҙаланыла. 2024 йыл аҙағынаса улар менән бөтә контейнер майҙансыҡтарын йыһазландырыу планлаштырыла. Әле 487 мәктәптә лә контейнер комплекттары урынлаштырылған, быйыл ҡалған белем усаҡтарында ла ошондай контейнерҙар була.