Республикала Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында ҡатнашырға теләк белдереүселәр арта. Күпселек ауылдар тракторлы булыу теләге менән яна.
Ейәнсура районы Үтәғол ауылы халҡы шуларҙың береһе. Дөйөм йәмәғәт йыйылышында күтәрелгән һорауҙарҙан сығып, улар ауыл хужалығы техникаһын һайлай. Әйткәндәй, тракторлы булыу ҡышҡыһын юлдарҙы ҡарҙан таҙаларға, йәй бесән сабырға, сүп-сар ташырға ярҙам итә, ти халыҡ.
Һаҡмар ауыл биләмәһенең Арсен ауылы ла трактор алыу хыялы менән йәшәй. Бының өсөн улар Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программаһында ҡатнаша. Ауыл хужалығы техникаһы район үҙәгенән алыҫ урынлашҡан ауылға хәүефһеҙлек яғынан да үтә ныҡ кәрәк техника. Киләсәктә һыу мискәләре һатып алыу күҙаллана.
Ә шул уҡ төбәктең Яңы Петровкала йәшәүселәр иһә балалар майҙансығын булдырыу маҡсатында йәнә проектҡа ҡушылған. Быға тиклем дә ауылдаштар берҙәм көс ярҙамында бик күп социаль әһәмиәтле мәсьәләләрҙе хәл иткән. Сираттағы маҡсат та шулай уҡ әһәмиәтле. Ауылда бер-бер артлы йорттар ҡалҡа, яңы урамдар үҫеп сыға.
Әлфинә Килдейәрова