26 апрелдән 30 майға тиклем 2022 йылда төҙөкләндереләсәк биләмәләр буйынса тауыш биреү уҙғарыла

Республика халҡы төҙөкләндереү өсөн бюджет сығымдары йүнәлтеләсәк парк, скверҙар, яр буйҙары һәм урамдарҙы үҙҙәре һайлай ала. Тауыш биреү “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” проекты сиктәрендә Рәсәйҙең бөтә төбәктәрендә лә үткәрелә. Ул “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының бер өлөшө булып тора. Федераль программа сиктәрендә Башҡортостанда ике йыл эсендә 288 йәмәғәт урындары төҙөкләндерелгән. Быйыл тағы ла 130 биләмәне төҙөкләндереү планлаштырыла.