Марттың 22-нән 28-нә тиклем унда “Болоттар аръяғындағы фронт. Ирәмәл” тип исемләнгән хәрби-спорт фестивале уҙа. Сара Бөйөк ватан һуғышы башланыуының 80 йыллығына арнала, унда хәрби-патриотик, туристик-эҙәрмәндәр, хәрби-тарих клубтары, йәш армеецтар, төрлө түңәрәктәр ағзалары ҡатнашыуы көтөлә. Ойоштороусылар Кавказ тауҙарында булған яуҙарҙы реконструкцияларға ниәтләй. Ҡатнашыусылар ҡарҙан яһалған ышыҡта ҡуна, тау башына 1942 йылдағы хәрби кейемдә күтәрелә.