Төбәк операторҙары эшмәкәрлегенә контроль арта

Бөгөн республика хөкүмәтендә кәңәшмәлә шулай тип белдерелде. Премьер-министр Андрей Назаров әйтеүенсә, 4 операторҙың өсәүһенә сүп-сар сығарыу өсөн хаҡты арттырырға рөхсәт бирелде. Хәҙер улар был эште үтә яҡшы башҡарырға тейеш. Анрей Назаров ҡушыуы буйынса бөгөн Өфөлә сүп-сар йыйыу урындары буйлап рейд үтте. Башҡа район һәм ҡалаларға ла ошондай эш ҡушылған.  Рейд һөҙөмтәләре алдағы дүшәмбе хөкүмәттә кәңәшмәлә ҡарала.