Башҡортостанда йәрминкәләр эшмәкәрлеген үҫтереү концепцияһы раҫланды

Һатыусылар дәүләт яғынан ярҙам, халыҡты сифатлы һәм хәүефһеҙ продукция менән тәьмин итеү маҡсаты билдәләнгән. Документҡа премьер-министр Андрей Назаров ҡул ҡуйҙы. Әле Башҡортостанда йәрминкәләр өсөн 321 майҙан бар. Концепция ярашлы, уларҙы төҙөкләндереү, берҙәм стиль билдәләү, заманса технологиялар ҡулланыу планлаштырыла.