Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы республикала хәүефле метеорологик күренеш көтөлөүе тураһында иҫкәртә

Your browser doesn't support HTML5 video.

Бөгөн төндә урыны менән 38 градусҡа тиклем һыуыта. Бынан тыш, көньяҡ-көнсығыш төбәктәрҙә һепертмә буран сығыуы, юлдарҙа күреү мөмкинлегенең 500 метрҙан 1 километрғаса сикләнеүе көтөлә.

Иртәгә республикала көндөң аяҙлы-болотло булыуы күҙаллана, ел төндә төньяҡ-көнбайыштан секундына – 9-14 метр,  көндөҙ көньяҡтан 2-7 метр тиҙлектә иҫә. Һауа температураһы төндә 27-32, урыны менән 33-38, көндөҙ 19-24, таулы райондарҙа 14 градусҡаса һыуыҡ була.

Гөлдәриә Йосопова