Өфөнөң Калинин районындағы 18-cе баҡсасылар ширҡәтендә янғынға ҡаршы рейд үтте

Your browser doesn't support HTML5 video.

Һыуыҡ һауа шарттарында баҡсасылар ширҡәтендә йәшәүселәргә торлаҡтарын йылытыу мәсьәләһе айырыуса киҫкен тора.

Рейдта ҡатнашыусылар ут менән яғылған мейестәр торошо, хәүефһелек талаптарын үтәү шарттарын тикшерҙе. Электр приборҙарын ҡарауһыҙ ҡалдырмау, ут менән һаҡ эш итеү буйынса аңлатыу эштәре алып барылды.

Гүзәл Борханова