Шишмә районы Ҡара Яҡуп ауылында «Эсмә һыра, эс ҡымыҙ, таҙа булыр килер быуын» девизы аҫтында сәләмәт тормошҡа әйҙәүсе байрам үтте. Ҡунаҡтар самауыр сәйе, ҡоймаҡ, әрме бутҡаһы менән һыйланды.
Артабан спорт һөйөүсе ғаиләләр күңелле старттарҙа ҡатнашып, беренселек өсөн көс һынашты. Сараға «Гөлнәзирә» фольклор ансамбле менән райондың үҙешмәкәр коллективтары ла саҡырылғайны. Асыҡ һауала уҙғарылған концерт ауыл халҡына рух, сәм өҫтәне.
Гөлназ Хәйбуллина