Шаран районында ойошторолған рәсемдәр күргәҙмәһе ҡышҡы әкиәтте хәтерләтә

Your browser doesn't support HTML5 video.

Шаран районының балалар ижады һәм спорты үҙәгендә ойошторолған рәсемдәр күргәҙмәһе ҡышҡы әкиәтте хәтерләтә.

Ҡыш темаһына арналған конкурста мәктәпкәсә йәштәге һәм 17 йәшкәсә уҡыусылар ҡатнашҡан. Экспозицияға 55 ижади эш һайлап алынған. Ҡатнашыусылар дипломдар һәм сертификаттар менән бүләкләнде. Еңеүселәр апрелдә республика этабына бара.

Рәмилә Исмәғилева