Башҡортостанда ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу етди күҙәтеүгә алына

Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров үткәргән ултырышта төбәк операторҙары эшмәкәрлеге ҡаралды. 1 февралдән өс биләмәлә сүп-сар йыйыу тарифы арттырылды. Төбәк операторҙары ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыуҙы ваҡытында башҡарырға, майҙансыҡтарҙы тәртиптә тоторға һәм сүп-сар эшкәртеүҙе башларға тейеш, тип белдерҙе Андрей Назаров.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Ошо көндәрҙә район һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтары сүп-сар йыйыу урындарын ҡарап сыҡты. Премьер-министр Андрей Назаров Өфөлә күп ҡатлы йорт алды майҙансыҡтарында булды. Төбәк операторҙары вәкилдәренә иҫкәрмә яһалды һәм тейешле күрһәтмә бирелде.