Башҡортостанда торлаҡ төҙөлөшө өсөн 10 миллиард һум бүленә

Республика Хөкүмәте бойороғона ярашлы, төҙөлөш комплексы һәм архитектураны үҫтереү программаһына үҙгәреш индерелә. Документҡа ярашлы, 2024 йылғаса дүрт ҡалала – Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат һәм Нефтекамала яңы төҙөлгән күп фатирлы йорттар янында юл һалына, канализация һәм таҙартыу ҡоролмалары, һыу һәм газ үткәрелә.