Бөгөн Башҡортостан радиоһының тәүге дикторҙарының береһе, Башҡортостан республикаһының халыҡ артисы Лира Фәйзуллинаға 85 йәш. Ул Ғафури районының Сәйетбаба ауылында тыуа. 1956 йылда дикторҙар кокурсында еңеп сыға. Тиҙҙән уның тауышы радио аша Бөтә республикаға яңғырай башлай. Мәскәүҙә дикторҙар курсында белемен камиллаштыра. СССР дикторҙары – Юрий Левитан, Ольга Высоцкая, Людмила Кайгородоваларҙан һөнәр оҫталығына өйрәнә. Өфө сәнғәт училищеһында Гөлли Мөбәрәкова, Абдулла Ғиләжевтан һабаҡ ала. Рус телендәге тиҫтәләгән фильмдарҙы башҡортсаға тәржемәләүҙә ҡатнаша, 43 йылдан ашыу диктор булып эшләй. Бөгөн дә радио тапшырыуҙарын тыңлап бара, йәштәргә кәңәштәрен бирә.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтЛира Фәхри ҡыҙы Фәйзуллина башҡорт халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыусы булараҡ та билдәле. Хөрмәтле юбилярға сәләмәтлек, именлек теләйбеҙ.