Радий Хәбиров бөгөн республика автомобиль юлдарында хәл торошо буйынса кәңәшмә уҙғарҙы

Транспорт һәм юл хужалығы министры Алан Марзаев белдереүенсә, 23-24 февралдә көслө ел, буран һәм юлдарҙың насар күренеүе сәбәпле 11 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Уларҙа 19 кеше зыян күргән. 112 системаһына ярҙам һорап 1 мең 43 мөрәжәғәт алынған, 289 осраҡта автомобилдәр үҙ аллы хәрәкәт итә алмаған. Эҙләү-ҡотҡарыу отрядтары 41 кешене, шул иҫәптән өс баланы эвакуациялаған. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар 23 февралдә Өфө-Ауырғазы трассаһындағы күмәк авария буйынса ла һөйләште. Радий Хәбиров билдәләүенсә, Башҡортостан аша үткән федераль трассаларҙа ла фото-видео теркәү камералары булырға тейеш. Бөтә юлдарҙа ла камералар булыуы мотлаҡ. 1 сентябргә тиклем федераль трассаларҙа, кәм тигәндә, 100 камера урынлаштырыуҙы йөкмәтәм, тине республика етәксеһе. Радий Хәбиров юлдарҙы таҙартыу буйынса “Башкиравтодор” йәмғиәте эшен тәнҡитләп сыҡты һәм һөҙөмтәле эш ойошторорға ҡушты. Һаулыҡ һаҡлау министрлығына былтыр федераль бюджет субсидиялары иҫәбенә алынған “Ансат” вертолетын һөҙөмтәле файҙаланыуҙы һәм төпкөл ауылдарға осоштарҙы арттырыуҙы йөкмәтте.