Был бурыс 1 сентябргә тиклем атҡарылырға тейеш. Бөгөн "Транспорт сәғәте" кәңәшмәһендә шулай тип белдерелде. Радий Хәбиров Татарстанды миҫалға алды, унда бөтә федераль трассаларҙа камералар ҡуйылған. Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы эше тәнҡитләнде. Юлдарҙы федераль һәм республика трассаларына бүлергә ярамай. Авариялар Башҡортостан биләмәһендә була, тимәк, беҙ яуап бирергә тейешбеҙ, тине Радий Хәбиров.