Башҡортостанда коронавирусҡа ҡаршы вакцина алыусылар һаны арта

Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, әле 73 меңдән ашыу кеше прививканың тәүге өлөшөн алған, 16 мең кешегә препараттың икенсе компоненты индерелгән. Республикала әле 97 урында вакцина яһатырға мөмкин. Прививка алыу өсөн йәшәү урыны буйынса поликлиникаға барып, йә 13-01 телефоны һәм дәүләт хеҙмәттәр порталы аша яҙылырға була.