Һаулыҡ һаҡлау министрлығы алынған вертолетты һөҙөмтәле файҙаланмай тип белдерҙе ул бөгөн "Транспорт сәғәте" кәңәшмәһендә. Уҙған йылда вертолет менән 97 пациент эвакуацияланған. Быйыл 120-нән ашыу осош планлаштырыла. Радий Хәбиров әйтеүенсә, вертолет ярҙамында күберәк ғүмерҙәр ҡотҡарырға мөмкин. Төпкөл ауылдарға осоштар һаны бер нисә тапҡырға артырға тейеш, тине ул.