2024 йылға тиклем республикала атмосфера бысраныуын контролдә тотоусы автоматлаштырылған станциялар һаны ун өскә етәсәк. Әле улар етәү генә, Өфө, Стәрлетамаҡ, Учалы һәм Сибай ҡалаларында урынлашҡан.
Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы атмосфераға көсөргәнеште кәметеүҙе өҫтөнөклө йүнәлеш итеп алған. Был турала ведомствоның коллегия ултырышында билдәләнде. Шулай уҡ сүп-сар реформаһына ла иғтибар кәмемәй. Төбәктә барлыҡ ауыл-ҡалаларҙан да ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу ойошторолған, муниципалитеттар контейнер майҙансыҡтары менән 75 процентҡа тәьмин ителгән.
Уҙған йыл бюджеттан тыш саралар иҫәбенә Иглин, Өфө, Кушнаренко, Ауырғазы райондарында сүп-сарҙы сорттарға айырыу буйынса комплекстар төҙөлгәйне, быйыл Туймазы ҡалаһында ла яңы предприятие асыу планлаштырылған.
Гөлназ Хәйбуллина