Өфөлә йәшәүсе Шәфиевтар ғаиләһе торлаҡһыҙ һәм аҡсаһыҙ ҡалған

Your browser doesn't support HTML5 video.

Өфөлә йәшәүсе Шәфиевтар ғаиләһе суд ҡарары нигеҙендә хәләл көс түгеп һатып алған торлағынан ҡолаҡ ҡаҡҡан.

Торлаҡһыҙ һәм аҡсаһыҙ. Йәш ғаилә тәжрибәһеҙлеге арҡаһында икенсе кешегә васыят ителгән фатирҙы һатып алған. Был хаҡта улар судҡа саҡырыу алғандан һуң ғына белә. Мәсьәләне БСТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова өйрәнде.

Эдуард Шәфиев ике балаһы һәм тормош иптәше менән ҡуртымға алған фатирҙа көн итергә мәжбүр. Даими йәшәр урындары булмағас, ваҡ-төйөк кейемдәрен һәм тормош кәрәк-яраҡтарын ваҡытлыса төйөнсәктәргә тултырып ҡуйғандар.

Беҙ һатып алған торлаҡты ханым үҙен ҡараған кешегә мираҫ булараҡ рәсмиләштергән. Туғандары фатир хужабикәһе вафатынан һуң, апайыбыҙ үҙаллы юридик документтар төҙөй алырлыҡ хәлдә булманы тип эксперттар ярҙамы менән быны суд аша иҫбатланы. 

Эдуард Шәфиев, зыян күреүсе

Әммә ике бүлмәле фатир алып ҡыуанған хужалар был һүҙҙәргә артыҡ иғтибар бирмәй. Фатир һатыусының туғандары судлаша башлағас, хоҡуҡтарын яҡлап, адвокаттарға мөрәжәғәт итә. Ете йыл эсендә хоҡуҡтарын яҡлаусыларға ғына 200 мең һумдан ашыу аҡса сарыф иткәндәр. 2014 йылда һатып алған фатирҙары ике бүлмәле булған. Был хаҡта Туйчиева Арапет Мөхәмәтрәхим ҡыҙы менән фатир һатыу алыу тураһында килешеү ҙә һаҡланған.   

Фатир һатып алғандан һуң өс ай үткәс тә судтан был һүҙ ҡуйышыу юҡҡа сығарыу тураһында хат алдыҡ. Баҡтиһәң, фатирға хужабикәнең туғандарының береһе дәғүә итә икән.

Влада Шәфиева, Эдуард Шәфиевтың ҡатыны

Шәфиевтар бәлиғ булмаған ике балаһы менән ҡуртымға алған фатирҙа көн күрә. Ипотека алыу өсөн дә ҡаршылыҡтар менән осрашырға тура килә, ти улар.Торлаҡһыҙ ҡалған Шәфиевтар осрағына адвокат аңлатмаһы.

Шәфиевтарҙың торлаҡһыҙ урамда ҡалыуҙарында үҙҙәренең ышаныусан булыуҙарын да инҡар итмәй. Фатир һатыусы йәшәгән адресҡа килеү ҙә бер ниндәй һөҙөмтә бирмәне. Был адрес буйынса элекке хужалар урынына яңылары күсеп йәшәй булып сыҡты. Шәфиевтар кеүек мутлашыу тоҙағына эләгеүсе граджандар ҡанундағы үҙгәрештәр менән ҡуллана ала.

2020-cе йылдың 1-cе ғинуарынан "Күсемһеҙ милекте теркәү" тураһында ҡанунға үҙгәрештәр индерелде. 68-се статьяның беренсе пунктына нигеҙләнеп, намыҫлы фатир һатып алыусылар юғалтҡан мөлкәтенең кадастр хаҡынан, йә булмаһа күргән матди зыян иҫәбенән компенсация алыуға хоҡуғы бар.

Транспорт урамы 2 -cе йорт , 27-се фатир адресы буйынса Шәфиевтар ни бары ике йылға яҡын ғына йәшәп өлгөрә.

Суд ҡарары нигеҙендә улар фатирҙы бушата. Әлеге ваҡытта ғаилә фатир һатып алған өсөн түләгән аҡсаһын да ҡайтара алмай, ҡуртымға алған фатирҙа йәшәп, ғәҙеллек эҙләргә мәжбүр.

Гүзәл Борханова