«Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә Ейәнсура районының Үтәғол ауылы яңы ФАП-лы булды. Модулле социаль объект өр-яңы мебель һәм ҡоролмалар менән йыһазландырылған. Ентекләберәк БСТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова репортажы.
58 йәшлек Фәниә Вәлиева дауахана тупһаһын тапарға яратмай, әммә ҡан баҫымын тикшертер өсөн һаулыҡ һаҡлау учреждениеһына йөрөргә тура килә. Ханым хәҙер фельдшерға күренеүе күпкә уңайлыраҡ булыуын билдәләй. Яңы модулле ФАП-та ауылда йәшәүсе 390 кеше, шул иҫәптән 51 балаға медицина хеҙмәте күрһәтеләсәк.
Яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты элеккеһе менән бер биләмәлә урынлашҡан. Утын менән йылытылған бина 90-сы йылдарҙа йорт булараҡ төҙөлгән була. Аҙаҡ ул ФАП итеп үҙгәртелә.
Үтәғол район үҙәгенән яҡынса 70, ә участка дауаханаһынан 30 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Хәҙер урында йәшәүселәргә алыҫҡа йөрөһө түгел, күрше ауыл халҡы ла процедураларға, фельдшерға күренер өсөн бында килә ала.
Пациенттарҙы ҡарау, прививка һәм процедуралар, медикаменттар һаҡлау өсөн бөтә уңайлыҡтары булған кабинеттар бар. Аҙ мобилле граждандар өсөн пандус та ҡаралған. Фельдшер-акушерлыҡ пунктында йылытыу системаһы эшләнгән, канализация селтәре үткәрелгән.
Былтыр Ейәнсура районының ике ауылында ФАП асылған. Быйыл тағы икәү төҙөлөр, тип көтөлә. Йәмғеһе районда 45 фельдшер-акушерлыҡ пункты, 3 ауыл-табип амбулаторияһы һәм Иҫәнғол үҙәк дауаханаһы эшләп килә.
Әлфинә Килдейәрова