«Айыҡ ауыл» республика конкурсы: Ҡараҡашлы – айыҡ ауыл

Your browser doesn't support HTML5 video.

Был статусты улар республика кимәлендә яҡлаясаҡ. Шаран районының Дүртөйлө ауылы советы биләмәһендә айыҡлыҡты яҡлап күп саралар ойошторолдо. Уларҙың береһен БСТ каналының ижади төркөмө лә күҙәтте. 

Ауылым бөркөттәре тип аталған сарала ҡатнашыусылар автоколонналарҙа  ауыл урамы буйлап уҙып мемориал комплексҡа юлланды.

Ата-бабалар беҙ тыныс тормошта, ирекле илдә йәшәһен өсөн ҡан ҡойған. Тормошто йәшел йылан менән болғау гонаһ, тип билдәләнде йыйылышта.

Дүртөйлө ауылының Кондратьев исемендәге мәктәбе уҡыусылары саңғыла уҙышҡа сыҡты. Шәхси беренселектә һәм командалар ярышында төрлө дистанцияла яҡшы һөҙөмтәләргә ирешеүселәр грамоталар һәм бүләкләнде.

Ҡышҡы һыуыҡ көнгә ҡарамай, Ҡараҡашлы ауылының ижади коллективы сараны  йыр-моң менән биҙәне.

Килеүселәргә милли аш-һыу һәм самауыр сәйе тәҡдим ителде. Рухлы һәм сәмле ҡараҡашлылар ауылы данын март айында Өфөлә яҡлаясаҡ.

Рәмилә Исмәғилева