Йылайыр районы Үрге Ғәле ауыл биләмәһенә ҡараған Байғужа ауылы халҡы "Урындағы башланғыстарҙы яҡлау" программаһында ҡатнашып, мәҙәни үҙәкте ремонтлау ниәтендә. 1987 йылда төҙөлгән бина, ысынлап та, заман һынауы үткән, ул төҙөкләндереүгә мохтаж. Инициатива төркөмө ағзаһы Эльмира Сыңғыҙова.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтАуылда 200 гә яҡын кеше йәшәй, уларҙың һәр береһе тиерлек сәнғәткә ғашиҡ. "Йәшлек" вокал ансамбле, бейеү түңәрәге эшләй. Шулай уҡ, китапхана ла ошо уҡ бинала урынлашҡан.Үрге Ғәле ауылы биләмәһе башлығы Юнир Таһиров.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтЙәмәғәт эше тағы ла гөрләп эшләһен, урындағылар тағы ла дәртләнһен өсөн уңайлы шарттарҙың булыһы мөһим. Шуға ла Байғужа халҡы - урындағы башланғыстар өсөн.