Башҡортостан Башлығы социаль селтәрҙәрҙә шул турала яҙа. “Өфөлә төҙөүселәр Ағиҙел күперенең яртыһын – 688 метрҙан 330 метрын һалып бөттө. Эргәлә Зәки Вәлиди урамы һәм Салауат Юлаев проспектында юл үткәргесен реконструкция дауам итә. Уны 1 сентябргә тамамларға тейештәр. Ә күпер октябрҙә файҙаланыуға тапшырыла”, - тип хәбәр итә Радий Хәбиров.