Башҡортостанда “Алтын запас” инвестиция майҙансығы вкладсыларына аҡсаһы кире ҡайтарыла

Бөгөн Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа эшсе төркөм ултырышы үтте. Халыҡҡа аҡсаһын ҡайтарыу өсөн инвестиция майҙансығында эш алып барған компанияларҙың милкен һатыу ҡарала. Мәҫәлән, Рус Юрмашы ауылы янында ер участкаларын һәм Өфөлә ҡунаҡхана менән бизнес-офистар һатыуға сығарыла. Республика Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары буйынса совет етәксеһе Владимир Барабаш һөйләй.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

“Алтын запас” инвестиция майҙансығы “Роскомснаббанк” менән бергә эшләгән. Финанс-кредит ойошмаһының лицензияһы тартып алынғас, вкладсылар аҡсаһын юғалтты.