Башҡортостанда сүп-сарҙы айырып йыйыу өсөн 2 меңгә яҡын контейнер майҙансығы әҙерләнгән

Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, майҙансыҡтарҙа төҫлө сүп һауыттары ҡуйылған. Бында ҡағыҙ, быяла, пластик, ризыҡ ҡалдыҡтары айырым йыйыла. Әле республика ҡалалары һәм ҡасабаларында ғына сүп-сарҙы айырып йыйыу өсөн шарттар будырылған Йыл аҙағынаса ҙур ауылдарҙа ла төҫлө контейнерҙар ҡуйылырға тейеш.