Рәсәй хөкүмәте юл төҙөлөшөн тиҙләтеү өсөн төбәктәргә 100 миллиард һум бүлә

Башҡортостанға Өфөнөң Көнсығыш юлындағы эштәрҙе финанслауға  1 миллиард ярым һум йүнәлтелә. Көнсығыш юлы – илдә иң ҡеүәтле һәм техник яҡтан ҡатмарлы проекттарҙың береһе. Объект концессия килешеүе сиктәрендә төҙөлә һәм Өфөнө  М5 “Урал” трассаһы менән бәйләргә тейеш. Төҙөлөш 33 миллиард ярым һумға баһалана.