Саҡмағошта “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” асыҡ академия сиктәрендә “Сәләмәтлек биләмәһе” ойошторолдо

Район балалары һәм өлкәндәр унда Өфөнән килгән төрлө йүнәлештәге табиптарға күренде. Мәҙәниәт һарайында балаларҙы невролог, кардиолог, эндокринолог, травматолог-ортопед ҡабул итте. Өлкәндәр ҙә төрлө табиптарҙан консультациялар алды. Айырым осраҡта консилиум да йыйылды. Өфө табиптары бөтәһе 200-ән ашыу пациенттың һаулыҡ торошон тикшерҙе.