Башҡортостанда балалар өсөн “Ҙур кеше көнө” инклюзив ижад проекты старт алды

Ул сәхнә оҫталары союзы тарафынан Президент Гранттары фонды ярҙамында ойошторолған. Төп маҡсат – сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар менән билдәле мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре араһында ижади бәйләнеш булдырыу. Артистар, музыканттар теле-радио алып барыусылары балалар өсөн оҫталыҡ дәрестәре уҙғара, уларҙы ижад процесына ылыҡтыра. Май айына тиклем 15 сара ҡаралған.