Өфөлә Дәүләт циркын ремонтлау 1 миллиард ярым һумға төшөүе мөмкин

Был турала Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова белдерҙе. Әле проектлау документтары дәүләт тикшереүе үтә, ул март айында тамамлана. Ремонт иһә киләһе йылда башланырға тейеш. Дәүләт циркы Өфөнөң 450 йыллығы алдынан ремонтланырға тейешле объекттар исемлегенә индерелгән. Был бина 2017 йылда кешеләр өсөн хәүефле тип табылды һәм ябылды.