Ҡалған сумманы түләү өсөн займ биргән фирмалар ҡарамағындағы активтар һәм күсемһеҙ милек һатыуға сығарылған.
Һүҙ тәү сиратта Рус Юрмашындағы ер участкалары һәм Өфөнөң Гоголь урамындағы «Уралтау» ҡунаҡханаһы тураһында бара. Был объекттарға хужа табылыу менән вкладсыларға бурыстар кире ҡайтарыла башлаясаҡ. Әле ике меңләп кеше үҙ аҡсаһын көтә. Проблеманы хәл итеү буйынса Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙа эш төркөмө лә ойошторолған. Бөгөн уның ултырышы уҙҙы, был хаҡта тулыраҡ БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажында.
Татьяна Зарубина өсөн «Алтын запас» ҡа һалынған аҡса алтындан ҡиммәтлерәк була. Бер бөртөк ҡыҙы эш урынында һәләкәткә осрап ғүмере өҙөлгәндән һуң Зарубиндарға страховка иғәнәһе күсә. Ҡатын ошо 300 мең һумдан ашыу аҡсаны етем ҡалған ейәненең уҡыуына тотонорға уйлай. Һәм бала мәктәпте тамамлағансы процентҡа һалырға була. Тик ҡайғынан күҙе томаланған һәм юридик белеме булмаған ханым ярыҡ ялғашҡҡа ултырғанын һиҙмәй ҙә ҡала.
Проблема яҡынса бер йыл элек Өфөләге «Роскомснаббанк»тың лицензияһын тартып алғас башлана. «Алтын запас» инвестиция майҙансығында эшләгән фирмаларҙың аҡсаһы тап ошо финанс учреждениеһында һаҡланған була. Был платформала займдар биргән 20-ләп фирма эшләй, уларҙың етәүһе үҙ вкладсыларына бурыстарын түләй алмай. Ә аҡса һалыусылар араһында өлкән йәштәгеләр ҙә күп, уларҙың бурыс юллап йөрөрлөк хәле лә, мөмкинлеге лә юҡ.
«Алтын запас»- краундфандинг инвестиция майҙансығы, йәғни халыҡтан йыйылған аҡса ошо платформа аша төҙөлөшкә һәм башҡа эшмәкәрлеккә йүнәлтелә. Әммә өлкән йәштәгеләр өсөн был заманса терминдар ят, улар аҡсаны банкҡа процентҡа һалдыҡ һәм бер ниндәй ҙә хәүеф юҡ тип иҫәпләй. Ә эксперттар фекеренсә, был проекттың тәүҙән үк уңышһыҙлыҡҡа дусар була, сөнки вкладсыларға ныҡ юғары проценттар тәҡдим ителә. Тик был бер кемде лә шиикләндермәй, еңел генә аҡса эшләү теләге көслөрөк булып сыға.
Белгестәр әйтеүенсә, төп проблема кешеләрҙең документтарҙы яҡшылап уҡымауы, өйрәнмәүе менән бәйле. Улар сумманың күләме, проценттар, аҡсаны ҡайтарыу ваҡыты һәм тәртибе менән генә ҡыҙыҡһына, ә кәрәкле мәғлүмәттәр иғтибарҙан ситтә ҡала. Күреүегеҙсә, был килешеүҙә хатта вкладсынынң шәхси ҡултамғаһы ла юҡ, бары тик электрон вариант ҡына.
«Алтын запас» вкладсыларның проблемаһы буйынса Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтайҙа эшсе төркөм дә ойошторолған. Эксперттарҙың тикшереүҙәре барышында займ биргән фирмаларҙың ҡарамағындағы күсемһеҙ милек, активтар асыҡланған. Әле бурыстың яртыһы тиерлек ҡайтарылған да инде.
Әле вкладсыларға түләнергә тейешле бурыстың ҡалған суммаһы -1 миллиард 500 миллион һум тирәһе. Әммә был аҡсаны ҡайтарыу өсөн ваҡыт талап ителә. Ошо маҡсатта Рус Юрмашындағы ер участкаларын һәм Өфөләге «Уралтау» ҡунаҡханаһын һатыу талап ителә. Күсемһеҙ милектең һуңғыһы 800 миллион һумға аукционға сығарылған, һатып алырға теләүсе инвестор ҙа бар. Ер участкалары менән дә ҡыҙыҡһыныусылар күп. Тимәк, яҡын киләсәктә алтын запастар хужаларына ҡайтыр тигән өмөт бар.
Рәмзиә Кәримова.