Йыйылышта ҡатнашыуға йәмәғәт ойошмаһының район-ҡалаларҙа эшләгән бүлексәләренән ике йөҙҙән ашыу делегат һайлап алына. Коронавирус пандемияһына бәйле, уларҙың күбеһе сараға онлайн-режимда ҡушылды. Конференция сиктәрендә уставҡа үҙгәрештәр индерелде, ойошманың башҡарма органы составына яңы ағзалар ҡабул ителде. Шулай уҡ алдағы биш йылға бурыстар билдәләнде. Күп һорауҙар мәғариф өлкәһенә бәйле. Автономия советы рәйесе Римма Үтәшева билдәләүенсә, баш ҡаланың 84-cе татар гимназияһы майҙанын киңәйтеү талап ителә. Әйткәндәй, ғинуарҙа Нефтекама ҡалаһында ла полилингваль мәктәп-интернат асылғайны. Унда татар телен тәрән өйрәнеү өсөн барлыҡ шарттар тыуҙырылған.
Башҡортостан татарҙары милли-мәҙәни автономияһы 12 йыл элек ойошторолған. Йәмәғәт ойошмаһы туған телде, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлау, милләт-ара татыулыҡты нығытыуға тос өлөшө индерә. Ошо маҡсатта республика, федераль кимәлдә төрлө мәҙәни саралар уҙғарыла.
Гөлназ Хәйбуллина