Салауат районы Нуғай шишмәһе янында «Айыҡ ауыл» республика конкурсы сиктәрендә «Самауыр байрамы» ойошторолдо.
Байрамда йәш ғаиләләр үҙҙәрен төрлө бәйгеләрҙә һынаны. Балалар өсөн ҡышҡы халыҡ уйындары ойошторолдо.
Боронғо һәм замана самауырҙар парады, ҡулдан һуғылған балаҫтар, сигелгән алъяпҡыстар, таҫтамалдар, быймалар, шәлдәр күргәҙмәһе байрам биҙәгенә әйләнде. Шулай уҡ ҡатнашыусылар Башҡортостандың халыҡ рәсамы Иван Фартуковтың йортонда, Салауат төйәге халҡына арналған «Ер һәм кешеләр» тип аталған картиналар күргәҙмәһе һәм балаларҙың ижад өлгөләре менән танышты. «Самауыр байрамына» бағышлап Яңы Сөрөкәй ауылы халҡы милли ризыҡтарҙан табын ҡороп, ҡорбан ашы менән һыйланы.