Йылайыр районы Сәләх ауылында биатлон буйынса район беренселеге үтте

Your browser doesn't support HTML5 video.

Көн дауамында барған саралар “Айыҡ ауыл” республика конкурсы сиктәрендә ойошторолдо.

Айыҡ һәм сәләмәт булыу-заман талабы.Тап шул саҡта ғына һинең тоҡомоңдоң киләсәге ырыҫлы булыуына ышаныс ҙур. Йылайыр районы Сәләх ауылы халҡы күптән инде айыҡ тормош алып бара.

Бәләкәйҙән балаларҙы спортҡа ылыҡтырыу, ололарҙың иһә физик ныҡлығын һаҡлап ҡалыу маҡсатында ойошторолған биатлон ярышында барыһы ла ҙур теләк менән ҡатнашты.

Ҡырҡ йорттан торған Сәләх ауылы халҡы үҙ көсө менән донъя көтә. Һәр хужалыҡта ишле мал-тыуар, һәр кемдең үҙ кәсебе.Ринат Батисов йылҡы өсөн кәрәк-яраҡтар яһай. Был шөғөл ғаилә кәсебенә һәм табышына әйләнгән.

Сәләхтәр милли ризыҡты үҙ итә. Экологик яҡтан таҙа һәм сифатлы аҙыҡтарҙы ҡулланып, дөрөҫ туҡланған осраҡта ғына, сәләмәтлек һине ташламаҫ, заман ауырыуҙары ҡағылмаҫ тигән фекерҙә урындағылар.

Халҡыбыҙ мәҙәниәтен, уның көнкүрешен сағылдырған күргәҙмә - конференцияның сағыу бер биҙәге булды. Ауыл ағинәйҙәре үҙҙәренең ҡул эштәрен халыҡ иғтибарына сығарып ҡына ҡалманы, оҫталыҡ серҙәре менән дә бүлеште.

Айыҡ ауыл булыу өсөн был юҫыҡта йылдар дауамында эшләү мөһим. Эшмәкәрлек һөҙөмтәһе - берҙәмлеккә һәм әүҙемлеккә бәйле.

Айыҡ ауыл конкурсына әҙерлек барышында Сәләхтәр тәрбиәүи йүнәлештә, урындағыларҙың сәләмәтлеген нығытыу, уларҙың рухын күтәреү, дәртләндереү йәһәтенән бихисап эштәр башҡарҙы, ауыл тағы ла матурайҙы, төҙөкләндерелде. Ә иң мөһиме - йәшел йыландың юлы ябылды.

Әлфиә Хәмитова