Интеренет радиоһы аша тормошҡа ашырылған проект ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр араһында иң шәп башҡарыусыларҙы, композиторҙы, йыр авторын һәм тағы ла алты номинацияла еңеүселәрҙе тәбирикләне. Интернет проекттың етәксеһе Илнур Рамаҙанов билдәләүенсә, конкурс георафияһын киңәйтеп кенә ҡалмай, ә башҡарыусылаҙың оҫталыҡ кимәлен дә күтәрә.
Интернет селтәрендә популярлыҡ яулаған төркөмдәр, яңы башҡарыусыларҙың сығыштарын тамашасылар көслө алҡыштарға күмде. Һәр сығыш үҙе бер спектакль кеүек. Мәскәүҙең Гнесиндар исемендәге музыка училищеһы студенты Гәлсәр Байғусҡарова ҡатын-ҡыҙҙар араһында иң шәп башҡарыусы номинацияһында еңеү яуланы. «Юлдаш плюс»-2020 проектында еңеү яулау йәш йырсыны тағы ла ҙурыраҡ үрҙәргә рухландыра..
Гүзәл Борханова