Мәскәү эргәһендәге Лосино-Петровский ҡасабаһы күргәҙмәләр залының береһендә башҡорт халыҡ йырҙары, ҡурай моңо яңғыраны.
«Молодежная газета»ның элекке хәбәрсеһе Зилә Шәйхетдинова – Диана Свердловская, йәғни ошо уҡ исем аҫтында ижади клуб ойоштороусы яҡташыбыҙҙың юбилей кисәһе үтте. Осрашыуға офлайн һәм онлайн форматта ҡәләм оҫтаһының ижадташ дуҫтары , уҡыусылары йыйылды.
Мәскәү башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты етәкселегендә баш ҡалала эшләп килеүсе «Сәсән» ижад берекмәһе, «Ҡала ҡатын-ҡыҙҙары» ойошмаһының милләт-ара мөнәсәбәттәр департаменты вәкилдәре ҡатнашҡан кисәлә юбилярға журналистик эшмәкәрлеге һәм әҙәби оҫталыҡты пропагандалағаны өсөн Рәсәй Президеты ҡарамағындағы Башҡортостандың тулы хоҡуҡлы вәкиллегенең, «Донъя йәмәғәтселеге лидерҙары» халыҡ-ара союзының Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Рәйлә Күсемханова