Шафран ауылының һыу проблемаһы хәл ителгән

Your browser doesn't support HTML5 video.

Был турала Әлшәй районы хакимиәте башлығы Дамир Мостафин телефон аша Башҡортостан башлығына хәбәр итте.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, насос ҡоролмаһының сафтан сығыуы һөҙөмтәһендә 300-ҙән ашыу кеше бер нисә көн элек һыуһыҙ ҡалғайны. Радий Хәбиров Шафрандағы был хәлде контролгә алырға ҡушты. Йорттарға һыу 25 февралдә барып етергә тейеш ине, әммә тәүҙән үк урынлаштырылған сифатһыҙ насос эштәрҙе кисектергә мәжбүр итте. Бөгөн киске сәғәт биштәр тирәһендә өйҙәр һыу менән ителә башлаған.

Радий Хәбиров шулай уҡ район хакимиәте башлығына прокуратура менән берлектә килеп тыуған хәлде ентекле тикшерергә һәм ремонтланған һыу үткәргесте даими контролдә тоторға ҡушты. Тәүге сәғәттәрҙә һыу Шафран ауылының түбән өлөшөндә урынлашҡан йорттарға барып еткән. Был исемлектә социаль объекттар ҙа бар. Резервуар тула барыу менән ауылдағы барлыҡ йорттар ҙа һыу тәьмин ителәсәк.

. Илдар Байбулатов