Һанлаштырыу һәм туризм өлкәһендә Башҡортостан Санкт- Петербург менән хеҙмәттәшлек итәсәк

Your browser doesn't support HTML5 video.

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте премьер- министры Андрей Назаров илдең төньяҡ баш ҡалаһы губернаторы Александр Беглов менән осрашты. Һөйләшеү IT, медицина һәм ҡала менән идара итеү технологиялары тураһында барҙы. Александр Беглов был өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек төбәктә һанлаштырыу проектын тормошҡа ашырыуҙа ыңғай тәьҫир итәсәк тине. Шулай уҡ яҡтар туризмды үҫтереүҙә лә уртаҡ йүнәлештәр булыуын билдәләне.

Башҡортостан өсөн Санкт- Петербургтың һанлаштырыу буйынса тәжрибәһе кәрәкле. Беҙ республика менән идара итеү үҙәге булдырабыҙ. Петербург белгестәренең эштәрен ғәмәлдә файҙаланасаҡбыҙ.

АНДРЕЙ НАЗАРОВ БАШҠОРТОСТАН ХӨКҮМӘТЕ ПРЕМЬЕР-МИНИСТРЫ

Рәмилә Исмәғилева