Республика көнөнә Өфөләге хоспис тәүге пациенттарын ҡабул итәсәк

Your browser doesn't support HTML5 video.

Был турала объекттағы эш барышы менән яҡындан танышҡандан һуң Башҡортостан башлығы белдерҙе. Хоспис 60 урынлыҡ, уларҙың 40-ы ололар һәм 20-һе балалар өсөн тәғәйенләнгән. Төҙөлөш быйыл йәй генә башланыуға ҡарамаҫтан, эш йылдам бара. Стеналар 70 процентҡа күтәрелгән.

Киләһе аҙнанан сантехника селтәрен һуҙыу башланырға тейеш. Сатлама һыуыҡтар тамамланыу менән ҡыйыҡ ҡаплауға тотонорға иҫәп бар, – ти төҙөүселәр. Башҡортостан башлығы объектта башҡарылған эш күләмен юғары баһаланы һәм хоспис төҙөлөшөнә өлөш индергән ойошма һәм предприятиелар етәкселәренә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Башҡортостанда әле 20 меңдән ашыу кеше паллеатив медицина ярҙамына мохтаж. Уларҙың ете йөҙө балалар. Күптәргә өй шарттарында медицина ярҙамы күрһәтелә. Ҡыҙғанысҡа, был йүнәлеш буйынса махсуслашҡан хоспис әлегә тиклем булманы. Шуға ла республика өсөн ошондай ойошманың булыуы мөһим тигән фекерҙә белгестәр.

Хоспис тулыһынса хәйриә аҡсаларына төҙөлә. Ярҙам «Иман-Башҡортостан»  фондына туплана. Уның «Һаҡлыҡ банкы» һәм «Газпромбанк»тағы реквизиттарын экранда күрәһегеҙ.