Махсус тәғәйенләнештәге «Смерч» отряды ойошторолоуға 30 йыл

Your browser doesn't support HTML5 video.

Был көс республика холоҡ төҙәтеү колонияларында тәртип урынлаштырыу маҡсатында булдырыла. Ошо ваҡыт эсендә улар ярҙамында хөкөм ителеүселәрҙең сыуалышын баҫыуҙа бик күп эштәр башҡарылған. Мәләүез, Салауат ҡалаларындағы колония ваҡиғалары шулар иҫәбендә. Юбилей уңайынан спецназдар беҙҙең ижади төркөмгә махсус уҡыуҙар күрһәтте. БСТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә. 

Штурм яһаусы төркөм әҙерлек һыҙығында. Һәр кем үҙенә йөкмәтелгән бурысты үтәргә йыйына. Бары тик уҡыу ғына булыуға ҡарамаҫтан, ысынбарлыҡҡа тап килтерерлек итеп эшләнгән. Сценарий буйынса Өфө районы социаль объекттарының береһендә колониянан ҡасҡан бер төркөм енәйәтсе йәшенгән. Өҫтәүенә, улар хеҙмәткәрҙе аманатҡа ла алған. Был осраҡта ҡасҡындарҙы ҡулға алыу ғына түгел, хеҙмәткәрҙе ҡотҡарыу ҙа мөһим.

Отрядтың «Смерч» тип исемләнеүе  осраҡлы түгел. Спецназдар команданы йәшен тиҙлегендә башҡара. 30 йылдан ашыу улар республиканың холоҡ төҙәтеү колонияларында тәртип урынлаштырыу һағында тора.

Уларға йөҙҙәрен күрһәтергә ярамай. Подразделениела нисә хеҙмәткәрҙең булыуы, үтәлгән операция исемлеге лә йәшерелгән. Спецназ башлыса Федераль яза үтәү хеҙмәте учреждениеһы сиктәрендә тәғәйен задание башҡара. Бер нисә тапҡыр илдең башҡа төбәктеренә енәйәтселәр менән эш итеү буйынса махсус командировкаға ебәрелгән осраҡтар ҙа булған.

Махсус тәғәйенләнештәге «Смерч» отряды 1991 йылдың февралендә ойошторола. Тап шул саҡта улар тәүге хәрби һынау мәктәбен үтә лә инде. Был көн Мәләүез колонияһында иректән мәхрүм ителеүселәрҙең сыуалышы менән бәйле. Ошоға оҡшаш ваҡиға 2015 йылда Салауат холоҡ төҙәтеү учреждениеһында теркәлгәйне. Бар эштәрҙә лә хеҙмәткәрҙәрҙең физик әҙерлеге талап ителә. Улар төрлө һуғыш сәнғәте төрҙәре менән идара итә.

Отряд тик тәғәйен йөкләмә генә үтәй. Хөкөм ителеүселәрҙең тәртибен контролдә тотоу талап ителгән бурыстарҙың береһе.

Азат Ғәлиуллин