Муллайән Халиҡов, Шәйехзада Бабич, Али Карнай һәм әллә күпме данлы һәм шанлы исемдәр

Your browser doesn't support HTML5 video.

Улар барыһы ла – башҡорттоң ҡаңны ырыуы вәкилдәре. Уларҙың төп төйәге Бүздәк районында уҙғарылған ырыу йыйыны тарих, халыҡтың бөгөнгө рухиәтенә, көнитмешенә арналды.

Ҡаңнылар йәшәгән Кушнаренко, Мишкә, Туймазы, Бөрө, Дүртөйлө райондарынан делегаттар килгәйне йыйынға. Һәр район бай йөкмәткеле этнографик күргәҙмә, архивтарҙан тарихи документтар һәм шәжәрәләр менән сығыш яһаны. Ҡаңныларҙың биләмәләре бик киң һәм Асылыкүл, Ҡандракүл буйҙары ла Ҡаңны ерҙәре һанала. Һәм ҡаңнылар әүәл ырыу йыйындарын Асылыкүл буйында уҙғарыр булған. 

Сыртланов Айытҡол ул булған вотчинник. Бына бөтөн Бүздәк районына килгән, әлеге Благовар районында урынлашҡан Төмән мырзаларының ауылларына, билдәле татар мурзалары – Еникеевтарға, Мамлеевтарға, Терегуловтарға, Темниковтан килгән татар мурзаларына мына ошо Айытҡол Сыртланов ер биргән, уларҙа ер биреү тураһындағы документтарҙа уның подписы тора 1730-сы йылдағы документтарҙа.

Ғүмәр Әндәрйәнов, Мең ырыуы вәкиле, дистан бей вариҫы

Ҡаңны олоҫо 12-се кантон башлығы Шаһихәйҙәр Сыртлановтың шәжәрәһе ул. Йыйында ырыу тарихы, уның арҙаҡлы шәхестәре, уларҙың ҡаҙаныштарын сағылдырған йөкмәткеле сығыштар яңғыраны. Ҡаңныларҙың Рәсәй тарихында тотҡан роле бер нисә тапҡыр һыҙыҡ өҫтөнә алынды унда.

Муллайән Халиҡовтың исемен мәңгеләштереү беҙҙең бурысыбыҙ. Шул йәһәттән 2018 йылдан башлап Бүздәк ерлегендә Халиҡов уҡыуҙары ойошторолоп килә.

Зилә Мостафина, Бүздәк 1-се мәктәбе директоры урынбаҫары

Ниндәй ҙур вазифаларҙа эшләгән Муллайән Халиҡовтың ҡатыны ла репрессиялана, лагерҙарҙан һуң ул Свердловск өлкәһендә төпләнә, әммә артабанғы яҙмышы билдәһеҙ. Ә ундай билдәһеҙ тип табылған тарих биттәре күпме?! Шул уҡ, 1812 йылғы Ватан һуғышы; 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙарының вариҫтарын асыҡлау эштәре тора. Ҡаңнылар боронғо шәжәрәләре менән ғорурлана, 16-сы быуатҡа тоташа ул.

Мин уны күсергәс тә, ышанмай торҙом. Ана уртаһында  мең дә биш йөҙ тип яҙылған бит әле. Төп шәжәрәлә ул уртаһына дүрткел итеп кенә шаҡмаҡ эшләп кенә ҡуйылған. Шунан мин уны дөрөҫ яҙмағандарҙыр тип, ғәрәпсә яҙылған мулланан уҡыттым. Ул мулла 1578 тип яҙылған тине. Шунан инде ышандым да мин, ошо шәжәрәне ҙурайтып үҙгәретеп, юҡларын керетеп, төрлө ерҙәргә хатлар яҙып ошо шәжәрә эшләнем мин.

Ришат Юнысов, Ҡаңны-Төркәй ауылында йәшәүсе

Йыйында Ҡаңны ырыуы советы ойошторолдо, совет рәйесе итеп бер тауыштан Ғәли Шәғәлиев һайланды. Был йәмәғәт ойошмаһы йыйында ҡабул ителгән ҡарарҙарҙы тормошҡа ашырыу өсөн яҡын арала уҡ эш башлаясаҡ. Ҡаңнылар үҙ Гербын һәм Гимнын раҫланы.

Рәшиҙә Ишембәтова